25 меңдән ашыу ата-әсә балаһын 1-се класҡа алыуға электрон ғариза тапшырған

Был турала Һанлы үҫеш министрлығынан белдерәләр. Онлайн-хеҙмәт мәктәп,  профилле класс һайларға, файҙалы сервистар менән танышырға һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алырға ярҙам итә. 1-се класҡа ҡабул итеүҙең тәүге кампанияһы 30 июндә тамамлана. Башҡаларҙың теләге июлдә буш урындарҙы иҫәпкә алып ҡарала.  Ғаризаларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталы, Республика мәктәптәренең электр системаһы аша, йә мәктәпкә барып бирергә  була.

Фото №1 - 25 меңдән ашыу ата-әсә балаһын 1-се класҡа алыуға электрон ғариза тапшырған
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ