Башҡортостанда төҙөкләндереү өсөн 380 меңгә яҡын кеше тауыш биргән

 Милли проект буйынса киләһе йылда тәртипкә килтереләсәк объекттарҙы һайлау дауам итә. Бөгөнгә илдә 6 миллион ярым кеше фекер ҡалдырған. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин ошо турала белдерҙе. Санкт-Петербургта йәшәүселәр иң әүҙемдәр араһында. Унда 423 мең кеше тауыш биргән. Башҡортостан - икенсе, Свердловск өлкәһе өсөнсө урында. Яңыртылған объекттар өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ” мобиль ҡушымтаһында тауыш бирергә мөмкин.

Фото №1 - Башҡортостанда төҙөкләндереү өсөн 380 меңгә яҡын кеше тауыш биргән
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ