Бында халыҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа ҙур ярҙам күрһәтә. Былтыр ғинуарҙа ҡалаға мәртәбәле исем бирелде. Стела урыны һайланған. “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембайҙа 4 миллион ярым тонна нефть сығарыла. Был Советтар Союзында табылған “ҡара алтын”дың дүрттән бер өлөшө. Тыуған ҡалама бындай исем биреү тарихыбыҙға оло ихтирам билдәһе. Хеҙмәт батырлығы ҡылған быуынды онотмайыҡ”, - ти танылған ғалим һәм педагог Зөфәр Тимербулатов.





