Махсус хәрби операция ветерандары берләшмәһе ҙур саралар ойоштора

 Бында төп иғтибар яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ йәштәргә патриотик тәрбиә биреүгә йүнәлтелә. Ойошма рәйесе Оскар Ситдиҡов ошо турала белдерҙе. Саралар “Ныҡлы ғаилә- көслө ил” тигән девиз аҫтында үтә. Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Белорет, Туймазы һәм Өфө райондарында махсус хәрби операция мәсьәләләре буйынса хакимиәт башлыҡтары кәңәшселәре ҡатнашлығында семинар уҙғарыла. “Өфө Шайморатов” тигән Еңеү автоуҙышы, Ғаилә һабантуйы, хәйриә йәрминкәһе ойоштороу ҡарала. Ветерандарҙың ғаиләләре өсөн “Ҙур ғаилә уйындары” үткәрелә.

Фото №1 - Махсус хәрби операция ветерандары берләшмәһе ҙур саралар ойоштора
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ