Өфөлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡроролтай рәйесе Константин Толкачевты һуңғы юлға оҙаттылар

Дәүләт эшмәкәре 4 майҙа оҙаҡ ауырығандан һуң арабыҙҙан китте. Уға 73 йәш ине. Матәм сараһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда ойошторолдо. Иртә менән бында хеҙмәттәштәре, етәкселәр һәм ябай кешеләр йыйылды.

Константин Борисович республика парламентын 27 йыл дауамында 1999 йылдан алып етәкләне. Ошо ваҡыт эсендә уның етәкселегендә 3 меңдән ашыу закон ҡабул ителгән. Был ҡануни документтар иҡтисад тармаҡтары, социал өлкә һәм биләмәләр үҫешен билдәләп, республика халҡының тормош сифатын яҡшыртыуға ыңғай йоғонто яһаны.

Матәм минтингында ҡатнашыусылар бер тауыштан билдәләүенсә, Константин Толкачев үҙебеҙҙең республикала ғына түгел, федераль кимәлдә абруйлы сәйәсмән булды. Уның менән иҫәпләшәләр һәм уны хөрмәт итәләр ине. Шул уҡ ваҡытта Константин Борисович ғәҙәти тормошта һәм эш урынында ла һәр ваҡыт ябай кеше булып ҡала белде, хеҙмәттәштәренә һәр ваҡыт ихтирам менән ҡараны. Мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та уртаҡлашты. Республика етәксеһе быға тиклем дә күп тапҡырҙар билдәләүенсә, һуңғы ауыр йылдарҙа ла үҙ ваҡытында ҡабул ителгән закондар ярҙамында республика килеп тыуған проблемаларҙы эҙмә-эҙлекле хәл итә килә.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ