Йылайыр районының Кесе Юлдыбай ауылы эргәһендә шартлы ландшафт янғынын һүндереү буйынса күләмле команда-штаб уҡыуҙары ойошторолдо. Төрлө министрлыҡ-ведомство, махсус хеҙмәттәр тораҡ пунктҡа-балалар һауыҡтырыу лагеры һәм урманға күсеү хәүефе булған утҡа ҡаршылыҡ күрһәтте. Күнекмәләрҙә янғынға ҡаршы һәм урман янғыны хеҙмәттәре, ирекмәндәр, урындағы халыҡ ҡатнашты. Шулай уҡ уҡыу барышында утты һүндереүгә Ка-32 вертолеты ла йәлеп ителде. Уҡыуҙар ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә төрлө көстәрҙең берҙәм эш итеүен күрһәтте. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бурыстар теүәл үтәлгән.




