Өфө районының Михайловка ауылы мәктәбендә янғынға ҡаршы күнекмәләр үтте

Эвакуация, техника һәм утҡа ҡаршы көрәшеүселәр командаһы менән танышыу. Былар барыһы ла янғын хәүефһеҙлеге айлығы сиктәрендә үтә.

Хәүеф сигналы ишетелеү менән уҡыусылар колоннаға теҙелә. Һәр бала кем менән парҙа тороуын һәм эвакуация маршрутын яҡшы белә. 3 минут та 10 секунд эсендә уҡыусылар мәктәп алдына теҙелде. Был үҙенсәлекле рекорд, ти белем усағы етәкселеге. Сөнки бер йыл дауамында барған күнекмәләр ярҙамында балалар хәҙер минут ярымға тиҙерәк урамға сыға. Янғынға ҡаршы күнекмәләр бының менән генә сикләнмәй. Михайловка уҡыусыларына ҡунаҡҡа 32-се янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре килде. Улар үҙҙәренең еңел булмаған эше менән таныштырҙы, иҫкәртеү саралары тураһында һөйләне.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ