Өфөлә «Сәләмәтлек диктанты» Бөтә Рәсәй санитар-мәғариф акцияһының икенсе тематик этабы үтте

Ҡатнашыусылар сәләмәт йәшәү рәүеше һәм дөрөҫ туҡланыуға ҡағылышлы тест һорауҙарына яуап бирҙе. Эштәрҙе сноуборд буйынса Рәсәй чемпионы Всеволод Мартынов менән Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак уҡыны. Диктанттың тәүге этабы шәхси гигиенаға арналһа, киләһе сара гаджеттарҙы рациональ ҡулланыуға бәйле буласаҡ. Һәр кем үҙен тикшереп ҡарай ала, 22 майға тиклем сараның рәсми сайтында тесты онлайн форматта үтергә була.Анна Казак, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе

Был тест шәхси гигиена, сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында белемде күтәреү, уларҙың файҙаһы тураһында мәғлүмәт туплау мөмкинлеге бирҙе. Шулай уҡ санитар-мәғариф акцияһы беҙгә-дәүләт хеҙмәткәрҙәренә ғүмер оҙонлоғон арттырыу буйынса эшләүҙә яңы йүнәлештәр бирә.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ