100 йәшлек ветеранды Өфө тимер юл станцияһында ҡала хакимиәте ағзалары, элекке эш урыны-махсус элемтә хеҙмәте етәкселәре оҙатты. 1941 йылда 17 йәшендә фронтҡа китеп Родион Григорьевич Ленинград өлкәһендә аяҡтарын туңдыра. Һуғыштан һуң ул Башҡортостанда махсус элемтә хеҙмәтендә эшләй. Тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Родион Лобановҡа Владимир Путиндың ҡотлау хаты тапшырылды. 100 йәшлек ветеран ҡотлауҙы ҡыуанып ҡабул итте.




