Ауырғазы районы ветераны Шәриф Мөсәғитовҡа 101 йәш тулды

Ауырғазы районында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәриф Мөсәғитовҡа бөгөн 101 йәш. Ул 17 йәшендә фронтҡа киткән. Белорусс фронтында дошмандар менән көрәшеп Польшаны азат итеүҙә ҡатнашҡан, Берлинға тиклем барып еткән. Һуғыштан һуң тыуған яғында тормош иптәше менән оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә эшләй. 9-cы Май бөгөн дә уның иң яратҡан байрамы. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Шәриф Мөсәғитов 15 йәшендә ауыл колхозында комбайнер булып эш башлай. 17 йәшендә Ырымбур өлкәһендәге Тоцкий полкында уҡыуҙар үтеп һуғышҡа китә. Белорусс фронтында хеҙмәт осоронда Польшаны, Германияны азат итеүҙә ҡатнаша. Хәрби хеҙмәтте 1949 йылда Берлинда тамамлап тыуған яғы-Ауырғазы районына ҡайта.

Тормош иптәше менән улар сауҙа өлкәһендә эшләй. 51 йыл татыу донъя көтөп дүрт бала үҫтерә. Балаларын улар илһөйәр, яуаплы, тырыш шәхестәр итеп тәрбиәләй. Ейәне Руслан махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Үкенескә яугирҙың ғүмере ике йыл элек өҙөлгән. Һәләк булғандан һуң «Батырлыҡ ордены»менән бүләкләнгән. Шәриф Мөсәғитов ете ейән-ейәнсәр олатаһы.

Шәриф Ғәҙи улы яуҙағы батырлығы өсөн бик күп наградаларға лайыҡ булған. Улар араһында II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Варшаваны яулаған өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары бар. 101 йәшен билдәләгән ветеран Еңеү көнөн йыл һайын тулҡынланып көтөп алып яҡындары, ауылдаштары менән билдәләй.

Ф.Миһранова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ