«Өфө» клубына 0:3 иҫәбе менән техник еңелеү яҙылды

Рәсәй футбол союзының контроль-дисциплина комитеты ошо турала ҡарар ҡабул итте. 3 майҙа яҡташтарыбыҙ «СКА-Хабаровск» менән осрашырға тейеш була. Әммә БПЛА хәүефе арҡаһында Башҡортостан командаһы Алыҫ Көнсығышҡа оса алмай.

Баш тренер Омари Тетрадзе билдәләүенсә, Контроль-дисциплина комитеты тарафынан ҡабул ителгән яза бер ҡалыпҡа ла һыймай. Сөнки аэропорт эшмәкәрлегенә сикләүҙәр индерелеүендә команданың ғәйебе юҡ. Журналист Ксения Собчак та клубтың позицияһын хуплай. Уның фекеренсә, күк йөҙө ябылған шарттарҙа команда майҙанда түгел, ә кабинеттарҙа мәрәйҙәр юғалта. Быйылғы чемпионат тамамланыуға ике тур ғына ҡалып килә. 15-се баҫҡысты биләгән «Өфө» клубы «Черноморец»тан ике мәрәйгә алда бара. 16-сы урынға тәгәрәү лиганан төшөп ҡалыу хәүефе менән янай. 10 майҙа яҡташтарыбыҙ «Ротор» клубын ҡабул итә.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ