Башҡортостан йәмәғәтселеге бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевты һуңғы юлға оҙатты. Күренекле дәүләт эшмәкәре менән хушлашырға меңәдәрсә кеше килде. Матәм митингында Республика башлығы Радий Хәбиров, Федерация Советы сенаторҙары, Дәүләт думаһы, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары, Хөкүмәт, төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар, муниципаль берәмектәр етәкселәре, Абхазия, Татарстан республика делегациялары ҡатнашты. Уларҙың Константин Толкачев хаҡындағы иҫтәлектәрен БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.
Башҡортостан Парламентын 30 йылға яҡын етәкләгән абруйлы етәксе, күренекле дәүләт эшмәкәре, генерал-майор, юридик фәндәр докторы, кешелекле шәхес. Константин Толкачевтың бар ғүмере республикаға, халыҡҡа, закондар системаһына хеҙмәт итеүгә бәйле. Тотош бер дәүер китте, хәҙерге Башҡортостандың формалашыу һәм үҫеш дәүере, тине Радий Хәбиров.
Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙы етәкләгән осорҙа 3 меңдән ашыу закон ҡабул ителә, Башҡортостан башланғыстары федераль закондар нигеҙенә ята. Юғары вазифа биләүгә, иңендә оло яуаплылыҡ ятыуға ҡарамаҫтан ул бер ваҡытта ла шау-шыу тыуҙырманы, тауыш күтәрмәне, һәр проблеманы тыныс хәл итә алды, ти хеҙмәттәштәре.
Констатин Толкачев республикала ғына түгел, федераль кимәлдә лә, хатта халыҡ-ара майҙанда ла абруйлы сәйәсмән, тәрән аҡыллы остаз була. Уның фекере менән иҫәпләшәләр, хөрмәт итәләр. Тәжрибәле дәүләт эшмәкәре ҡатмарлы һорауҙарҙа ла алтын урталыҡты таба белә.
Константин Толкачев сығышы менән Кемеров өлкәһенән, республикала хеҙмәт юлын 1996 йылда Өфө юридик институтында етәксе булып башлай. Ошо осорҙан Башҡортостан уның өсөн икенсе тыуған йортҡа әйләнә, ул бар көсөн, белемен республиканы үҫтереүгә бағышлай, абруй яулай, ғүмерлек дуҫтар таба. Констатин Борисович Башҡортостан тәбиғәтен яратты, ялдарын йылға-күл буйҙарында балыҡ тотоп үткәрә торғайны, ти Хәйҙәр Вәлиев.
Ябайлыҡта-бөйөклөк, тигән һүҙҙәр Констатин Толкачевтың бар булмыш сағылдыра. Ул һәр кешегә лә йылы, ихтирамлы мөнәсәбәттә була, һөнәри оҫталыҡты, эшһөйәрлекте беренсе урынға ҡуя.
Иҫ киткес ябайлығына, изге күңеленә, кешелеклегенә ҡарамаҫтан Констатин Толкачев көслө рухлы шәхес була. Оҙайлы ваҡыт сирләһә лә бер ҡасан да зарланмай, баш баҫып эшләүен, башҡаларҙы хәстәрләүен дауам итә. Константин Толкачевтың ихтыяр көсөнә хатта хирургтар хайран ҡала. Ул донъяны, кешеләрҙе яратты, ҡояш һымаҡ балҡып йәшәне,тине Константин Толкачевтың тормош иптәше Нина Николаевна.
Константин Толкачев Өфөнөң көньяҡ зыяратында ерләнде. Республика башлығы әйтеүенсә, яҡын киләсәктә арҙаҡлы шәхестең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса Указ ҡабул ителәсәк. Әммә иң мөһиме уның исеме халыҡ хәтерендә йәшәйәсәк, Констатин Толкачев үҙе артынан лайыҡлы эштәр, изге ғәмәлдәр, сәйәсәттә һәм фәндә бер нисә быуын уҡыусыларын ҡалдырып китте.
Р.Кәримова



