Ғилми асыштар алдында. Өфө фән һәм технологиялар университеты «Йыһан өсөн кадрҙар» федераль проекты конкурсында еңеүселәр исемлегенә инеп, 26 миллион һумлыҡ грант ярҙамына эйә булды. Юғары уҡыу йортоноң телекоммуникациялы системалар кафедраһында бәләкәй йыһан аппаратын эшләү буйынса проект әҙерләнәсәк. Был йүнәлештә уңышлы эш тәжрибәһе лә бар. 2009 йылдың 17 сентябрендә студенттарҙың тап ошо конструктор бюроһында эшләнгән «УГАТУ-САТ» ғилми-мәғариф микроюлдашы йыһан кораблендә орбитаға сығарылғайны. Проект тураһында киләһе яҙмала.
16 йыл элек «Байконур» космодромынан орбитаға сыҡҡан йыһан аппаратының тулы күсермәһе-тап ошо спутникта барлыҡ техник һынауҙар уңышлы ойошторолоп, осошҡа рөхсәт алына. Ауырлығы 40 кг булһа, орбита бейеклеге 500-800 cаҡрым тәшкил иткән. Фотокамералар ярҙамында күктән республика биләмәһендәге Ғәҙәттән тыш хәлдәр, янғын осраҡтары, шулай уҡ ауыл хужалығы ерҙәренә мониторинг уҙғарылған. Юғары уҡыу йортонда йыһан мәғлүмәтен ҡабул итеү һәм эшкәртеү үҙәге барлыҡ мәғлүмәтте өйрәнеп, яуаплы ведомстволарға ебәргән, ғилми эштәр алып барған.
Авиация техник университетында башланған ғилми тикшеренеүҙәр бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында уңышлы алып барыла. Телекоммуникациялы системалар кафедраһында йыһан мәғлүмәтен ҡабул итеү һәм эшкәртеү үҙәге, конструктор бюроһы эшләй. Шулай уҡ спутниктарға күҙәтеүҙәр алып барыу өсөн тейешле программа тәьминәте һәм аппарат платформаһы менән тәьмин ителгән. Берҙәм коллектив бәләкәй йыһан аппаратын эшләү буйынса грант ярҙамы ла алған, йыл аҙағына тиклем барлыҡ техник документтар әҙер булырға тейеш.
«Йыһан» милли проектының «Йыһан өсөн кадрҙар» федераль проекты ракета-йыһан тармағы өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән. Башҡортостандағы юғары уҡыу йорто бәләкәй йыһан аппараттарын эшләп орбитаға сығарыу проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса конкурста еңеүгә ирешә-республика өсөн көтөп алынған еңеү.
Конкурста еңеү яулау-юғары уҡыу йорто тарафынан алып барылған системалы эш һөҙөмтәһе. Реаль эш тәжрибәһенә нигеҙләнгән проект киләсәк инженерҙарын практик яҡтан әҙерләүҙә, телекоммуникациялар һәм линияһыҙ элемтә өлкәһендә ғилми мәктәпте үҫтерергә булышлыҡ итәсәк. Спутникты төҙөгәндә университет сәнәғәт партнерҙары менән дә эшләйәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина




