Шишмә районының иҫән ҡалған берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Солтан Хәйҙәров ҡунаҡтарҙы үҙенең яратҡан пинжәгендә ҡаршы алды. Былтыр йәй Солтан Хәмәтғәле улы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән. Уға тормоштоң ҡаты һынауҙарын үтергә тура килә. 1943 йылда әрмегә алынып, Ырымбур өлкәһендә әҙерлек үткән, унан алғы һыҙыҡҡа юлланған. Рядовой Хәйҙәров мотоуҡсылар батальонында дошмандарға ҡаршы ут эсенә инә. Еңеүҙән һуң Солтан Хәйҙәров умартасы һәм һөт фермаһы мөдире булып эшләй. Хәләл ефете менән 74 йыл татыу ғүмер итәләр, өс бала үҫтерәләр. Легендар яҡташын ҡотлау өсөн уның өйөнә район етәкселеге, ауылдаштары һәм уҡыусылар килде.




