«Асылыкүл» тәбиғәт паркында браконьерҙарға ҡаршы көсәйтелгән рейдтар бара

Балыҡ популяцияһын хәстәрләп. 25 апрелдән 5 июнгә тиклем республика йылға-күлдәрендә балыҡ ыуылдырыҡ сәскән мәлдә балыҡ тотоуға һәм аулауға ҡаршы ҡәтғи сикләүҙәр ғәмәлгә инә. «Асылыкүл» тәбиғәт паркы инспекторҙары менән рейдта БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Тирә-йүндәге тынлыҡты иртә менән моторлы кәмә тауышы боҙа. Браконьерҙар ҡырын эштәрен төн ауғас, таң менән башҡара. Асылыкүлдәге балыҡ күпләп нәфселәр ауына эләгеп һәләк булмаһын өсөн инспекторҙар ҙа уяулығын юғалтамай. Өлкән инспектор Салауат Абзалов ауға элләккән ҡорман балығын яңынан иреккә ебәрҙе.

Бесәй тип аталған махсус ҡорамал ярҙамында инспекторҙар ҡамышлыҡ тирәләй һуҙылған ауҙы тартып сығарҙы. Ау ғәҙәттәгеләренән күпкә оҙонораҡ булып сыҡты. Һиҙгер инспектор ҡулдары ярҙамында икенсе ҡорман балығы ла ҡотҡарылды. Ул майлы табаға барып етмәйәсәк, иркенләп Асылыкүлдә йөҙәсәк.

Инспекторҙар тап булған был ауҙың оҙонлоғо 100, киңлеге 2 метр ярым. Уға ике ҡорман балығы элккәйне. Инспекторҙар балыҡтарҙы яңынан күлгә ебәрҙе.

Майҙаны 23 ярым кварат километрлыҡ күлдә тиҫтә төрҙән ашыу балыҡ: сабаҡ, һаҙан, сурағай, шамбы, һыла һәм энә балыҡтар тереклек итә. Балыҡ ыуылдырыҡ сәскән ваҡытта «Асылыкүл» тәбиғәт паркы инспекторҙары көсәйтелгән режимда эшләй.

Былтыр 14 балыҡ һәм 16 ҡыҫала ауы табылған. Инспекторҙар раҫлауынса, браконьерлыҡ осраҡтары йылдан-йыл кәмей бара. Быға иҫкәртеү саралары булышлыҡ итә.

Башҡортостанда ыуылдырыҡ сәсеүҙе тыйыу осоронда 25 апрелдән 5 июнгә тиклем инспекторҙар һыу ятҡылыҡтарында патруллек итеүҙе көсәйтә. Был осорҙа йөҙөү сараларында һыуға сығыу тыйыла.

Законһыҙ балыҡ тотоу өсөн 3 меңдән 4 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Был рейдта табылған ауҙы һәм икенсе төркөмдәге инспекторҙар тоҙағына эләккән тағы ла икәүһен тәфтиш комитеты вәкилдәре тикшерҙе, браконьерлыҡ ҡылыуға ҡарата рәсми акт төҙөнө. Артабан енәйәт ҡылыусыларҙы асыҡлау һәм эҙләү эштәре башланасаҡ.

Гүзәл Борханова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ