«Башҡортостан» полкы яугирҙарының бер төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә хәрби позицияларға юлланды. Оҙатыу тантанаһында Ирек Сәғитов 31-се мотоуҡсылар полкы-республика ғорурлығы булыуын билдәләне. Төбәк етәкселеге һеҙҙең һәм ғаиләләрегеҙ хаҡында хәстәрлек күрә, 50-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған, тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары. Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Баҙамшин илһөйәрлек тойғолары менән һуғарылған йырҙарын башҡарҙы. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып барасаҡ. Транспорт саралары республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола.




