Суйынмы, бронзамы? Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар Салауат Юлаев һәйкәлен тикшереү барған цехта булды, белгестәр менән осрашты. Эш барышын Рәсәй художестволар академияһы контролдә тота, Реставрация департаменты директоры Анна Пышта онлайн бәйләнеш аша һәр этапты, эштең үҙенсәлектәрен аңлатып бирҙе. Һөйләшеүҙә күтәрелгән төп темалар, белгестәрҙең һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең фекере тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ете ҡат буяу таҙартылғандан һуң һәйкәлде танырлыҡ та түгел. Ҡалын буяу ҡатламы аҫтына йәшереп ҡуйылған тишек-ярыҡтар, тутығып йоҡарған урындар асылған. Реставраторҙар уларҙы аҡбур менән уратып сыҡҡан. Бөтәһе 1 мең ярымға яҡын етешһеҙлек асыҡланған. Әммә әлегә архитектура ҡоролмаһының торошон баһалау тулыһынса тамамланмаған. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса һәйкәлдең 60-70 проценты сафтан сыҡҡан.
Һәйкәлдең иң ныҡ зыян күргән өлөшө аттың башы. Ул йылдар дауамында ел-дауылдан, ҡар-ямғырҙан, ҡояш нурҙарынан тишелеп, теткеләнеп бөткән. Күреүебеҙсә, суйын материалда тишектәр, ярыҡтар барлыҡҡа килгән, ҡырылған урындары ла байтаҡ. Ҡасандыр иретеп- йәбештереү эштәре башҡарылғаны ла күренә.
Белгестәр фекеренсә, Салауат Юлаевтың һәйкәле урынында ишелеп төшөүе лә ихтимал ине. Шуға күрә Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың монументты яңыртыу буйынса ҡарарын тарихи ваҡиға тип атарға мөмкин. Хәҙер инде һәйкәлде ниндәй материалдан ҡойорға тигән һорау тора. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов иң мөһиме сифат тигән фекерҙә.
Салауат Юлаевтың әлеге һәйкәле түбән сифатлы суйындан ҡойолған, уның атмосфера тәьҫиренә бирешеүе лә шуға бәйле. Әммә белгестәр фекеренсә, суйындың юғары сифатлыһы бар. Шул уҡ ваҡытта скульптор Сосланбәк Тавасиевтың һәйкәлде бронзанан яһау тураһындағы хыялын да оноторға ярамай. Монумент әлеге йөҙөн тулыһынса һаҡларға тейеш, ти үҙе лә ошо өлкәлә эшләгән Рафаэль Зинуров.
Әле реставраторҙар һәйкәлде механик һәм химик таҙартыуҙы тамамлаған, уның торошон баһалап, 22 майға тиклем составы билдәләнергә тейеш. Был химик һәм углерод структураһы буйынса тулы отчет буласаҡ.
Белгестәр ҙә һәйкәл оҙайлы йылдар хеҙмәт итһен өсөн бронзанон ҡойоу яҡлы. Ә йәмәғәт контроле эш барышын, сифатын күҙәтеп барасаҡ. Сөнки Салауат Юлаев һәйкәле-республикабыҙҙың символы, милли коды.
Р.Кәримова




