Бөгөн Рәсәйҙә радио көнө билдәләнә. 1895 йылдың тап ошо көнөндә физик Александр Попов тәүге радио уйлап таба һәм сымһыҙ элемтә үҫешенә нигеҙ һала.
Бөгөн «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы составына «Юлдаш», «Ашҡаҙар», «Спутник FM» һәм йәштәр өсөн «Юлдаш плюс» интернет радиоһы инә. Тапшырыуҙар тәүлек әйләнәһенә бар донъяны солғап ала. Эфир башҡорт, рус һәм татар телдәрендә сыға. Радиоканалдарҙың төп өҫтөнлөгө-аудитория менән йәнле аралашыу.Һанлы быуатта ла радио үҙенең әһәмиәтен һәм популярлығын юғалтмай, кешеләр уны элеккесә ышаныслы, файҙалы һәм асыҡ мәғлүмәт сығанағы тип һанай.
Башҡорт радиоһының легендар дикторы Нәйлә Ғәләүетдинова 60 йыл дауамында һайлаған һөнәренә тоғро. Тыңлаусыларҙы ул үҙенең бәрхәт тауышы менән ҡыуандыра. Туған телен камил белеү, хис, тәбиғилек, артислыҡ, яҡшы дикция-былар барыһы ла тик Нәйлә Ғизетдин ҡыҙына хас һыҙаттар.




