Һөҙөмтәләр ойоштороусылар ҡатнашлығында Башҡортостан Хөкүмәте йортонда барланды.Акцияла быйыл 406 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Яҙма эш ғәҙәттәгесә, башҡорт телен белеү кимәле буйынса өс йүнәлештә уҙғарылды. Ҡатнашыусыларҙың төп өлөшө белемен офлайн-майҙансыҡтарҙа һынаны.Акция башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү һәм тел мәҙәниәтен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя, ти Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Акцияның географияһы йылдан-йыл киңәйә. Быйыл проектҡа тәүге тапҡыр Ҡытай, Румыния һәм Латвия ҡушылды. Был башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә халыҡ-ара ҡыҙыҡһыныуҙың арта барыуын күрһәтә, тине башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова.
Башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһы 2015 йылдан алып уҙғарыла.





