Профилактик сара “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Күсмә комплекс табиптары Благовещен районы Осиповка, Иҫке Надеждин, Саннинск, Трошкин, Төрөшлө ауылында булды. Белгестәр 333 халыҡты ҡабул итте. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, шәкәр диабеты һәм юғары ҡан баҫымына бәйле сирлеләр асыҡланған. 12 пациент стационар дауалауға йүнәлтелгән, 21 кеше өҫтәмә тикшеренеүгә ебәрелгән, 2-һендә яман шеш асыҡланған.





