Өфөлә ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә бокс буйынса Волга буйы федераль округы чемпионаты уҙа. Турнирҙа илдең 14 төбәгенән 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша. Республика данын 14 атлет яҡлай. Ярыштар 11 майҙан 17-һенә тиклем Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә үтә.





