Мәсетлелә ҙур күперҙәрҙең береһе төҙөкләндерелә

Һүҙ Кропачев-Мәсәғүт-Әчит трассаһындағы Әй йылғаһы аша һалынған ҡоролма тураһында бара. Бынан көн һайын 3 мең ярымдан ашыу машина үтә. Юл Башҡортостанды Свердловск һәм Силәбе өлкәләре менән тоташтыра.  Бөгөн объекттың һул яҡ яртыһы ремонтлана. Автомобилдәр бер һыҙаттан йөрөй. Транспорт ағымын көйләү өсөн светофор ҡуйылған.

Фото №1 - Мәсетлелә ҙур күперҙәрҙең береһе төҙөкләндерелә
Волна
Акции БСТ