Роспотребнадзорҙың республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был уҙған йылғы күрһәткестәрҙән бер меңгә тиерлек аҙыраҡ. Зыян күреүселәрҙең 35 процент самаһы балалар. Роспотребнадзор белгестәре халыҡты һаҡланыу сараларын күреү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Был алдағы ял көндәрендә айырыуса көнүҙәк. Ялан-ҡырға сыҡҡанда тейешле препараттар ҡулланырға, махсус кейем кейергә кәрәк. Талпан энцефалитынан һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы-вакцинация. Белгестәр шулай уҡ сысҡан биҙгәгенән дә һаҡ булырға саҡыра.




