Яугирҙарға тыуған яҡ йылыһы. Баймаҡ районы халҡы махсус хәрби операция билмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатты. Тыл ярҙамы урындағы ойошмалар һәм ябай граждандар көсө менән йыйылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Тыуған ерҙән килгән ылау еңеүҙе яҡынайта. Һәр ваҡыттағыса алғы һыҙыҡтағыларҙың һорауҙарын үтәүселәр табыла. Бөтә кәрәк-яраҡтарҙы шәхси эшҡыуарҙар, ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре, шулай уҡ битараф булмаған граждандар тупланы.
Ҙур ярҙамдан тыш, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, гигиена кәрәк-ярағы ла тейәлде. Ир-егеттәргә яҡындарынан шәхсән посылкалар ҙа ебәрелде. Тыуған яҡтантарынан ҡабул ителгән һәр әйбер, ризыҡ яугирҙәргә рух күтәренкелеге өҫтәй, был тылдың еңеүгә индергән өлөшөн дә күрһәтә




