Талғын бейеүҙә-алты йөҙ пар. Өфөнөң Совет майҙанында мәктәп уҡыусылары һәм студенттар «Еңеү вальсы»нда әйләнде. Республика акцияһы Башҡортостандың мәғариф министрлығы башланғысы менән 2024 йылдан алып уҙғарыла. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, тарихи хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналды. Байрам сараһына БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина тамаша ҡылды.
Өфөнөң тарихи үҙәгендә һоҡланғыс ваҡиға. Еңеү көнө алдынан республика мәктәптәрендә, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында белем алған һәләтле йәштәр һуғыш йылдары көйҙәренә вальс әйләнде. Күләмле акция-еңеүселәр быуынына оло ихтирам билдәһе.
Берәүҙәр вальста яңы ғына аҙымдар яһаһа, икенселәр бейеү менән күптән шөғөлләнә. Төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған йәштәр күләмле байрам сараһына алдан әҙерләнгән, һәр уҡыу йорто егет-ҡыҙҙары кейемдәре менән дә айырылып торҙо.
«Еңеү вальсы» быуындар бәйләнешен, халҡыбыҙҙың һынмаҫ көслө рухын күрһәтә. Һәр хәрәкәттә-Еңеү шатлығы, Ватанға оло ғорурлыҡ. Өсөнсөгә уҙғарылған акция йәштәрҙең хәтерендә оҙаҡ йылдар һаҡланыр.
Һуғыш йылдары йырҙарынан тыш, майҙанда барыһына ла яҡшы таныш булған «Өфө йүкәләре» яңғыраны... Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, «Еңеү вальсы» акцияһы бөгөнгө осорҙа айырыуса оло әһәмиәткә эйә. Тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм киләһе быуындарға еткереү ил, республика кимәлендә мөһим бурыс һанала
«Еңеү вальсы»нда әйләнгәндән һуң ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Майҙанда Башҡортостан һәм Рәсәй гимндары яңғыраны. Шулай уҡ сара аҙағында башҡарылған «Еңеү йыры» ла йәш күңелдәрҙә илебеҙҙең үткәненә оло ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Гөлназ Хәйбуллина




