Ейәнсура районында Юрий Шатунов иҫтәлегенә хәтер саралары үтте

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында билдәле йырсы «Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатунов иҫтәлегенә хәтер саралары үтте. Уның хөрмәтенә асылған «Аҡ розалар аллеяһы»нда йырсының ижадын яратыусы тамашасылар, яҡташтары, уҡытыусылары йыйылды. Юрий Шатунов беренсе класҡа 1980 йылда Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы мәктәбенә бара. Уҡытыусылары иҫкә алыуынса, ул яҡшы уҡый, шиғырҙар, йырҙар ярата, конкурстарҙа ҡатнаша. Дүртенсе класта уның әсәһе вафат булғандан һуң Юра Күмертау балалар йортона эләгә. Ырымбур өлкәһендәге балалар йортонда тәрбиәләнгәндә «Ласковый май» төркөмө ойошторола.

Волна
Акции БСТ