Әлегә архитектура ҡоролмаһының торошон баһалау тулыһынса тамамланмаған. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса һәйкәлдең 60-70 проценты сафтан сыҡҡан. Ат скульптураһының башы ныҡ зыян күргән. Суйын материалда тишектәр, ярыҡтар барлыҡҡа килгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов:
“Монумент әлеге йөҙөн тулыһынса һаҡларға тейеш”, - ти үҙе лә ошо өлкәлә эшләгән Рафаэль Зинуров.
Реставраторҙар һәйкәлде механик һәм химик таҙартыуҙы тамамлаған, уның торошон баһалап, 22 майға тиклем составы билдәләнергә тейеш. Йәмәғәт контроле эш барышын, сифатын тулыһынса күҙәтеп бара.





