Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған тантаналы ултырыш үтте

Беҙ еңеүселәр быуыны тапшырған эстафетаға тоғробоҙ, тине Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған тантаналы ултырышта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп. Ысынлап та, республика батыр ул-ҡыҙҙары менән дан тота. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының ҡаһарманлығын бөгөн махсус хәрби операцияла уларҙың вариҫтары дауам итә. Тантаналы ултырышта махсус хәрби операцияла ҡаһарманлыҡ күрһәткән бер төркөм яугирҙарға дәүләт наградалары тапшырылды. Байрам геройҙары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты. 

Быйыл илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләй. Һуғыш михнәтен үҙ иңендә татыған ветерандарҙың сафы йылдан-йыл һирәгәйә, аслыҡ-яланғаслыҡты кисергән тыл эшсәндәре кәмей. Тантналы ултырышта ла бер генә ветеран ҡатнаша,Шишмә районынан Солтан Хәйҙәров, зал сал сәсле яугирҙы аяғүрә баҫып алҡышланы.

Ветерандар сафы кәмеһә лә, хәтер-мәңгелек. Бөйөк Ватан һуғышы, яу һәм тыл ҡаһармандары тураһында хәтирәләр һәр ғаилә тарихында йәшәй.

Был дәһшәтле йылдарҙа һуғыш еле ҡағылмаған бер ғаилә лә ҡалмай. Ҡулына ҡорал тоторлоҡ ир-егеттәр фронт һыҙығына юллана, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға заводтарҙа, баҫыуҙарҙа бил бөгә. Шуға күрә лә һәр ғаилә өсөн Еңеү көнө-ғаилә байрамы, берҙәмлек сағылыш булып ҡала.

Бөгөн ир-егеттәребеҙ ата-олатайҙарының данлы юлын дауам итеп ил именлеге һағында тора. 16 яҡташыбыҙ Рсәй Геройы исеменә лайыҡ булған. Айсар Әнүәр улы махсус хәрби операцияла һәләк булған Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың атаһы, ул әле алғы һыҙыҡтағы егеттәргә гуманитар ылау ташый, ғаилә батыр улдары иҫтәлеген уҡыусыларға премия ла булдырған.

Тантаналы ултырышта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға дәүләт наградалары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Сибайҙан Рифат Ласынов та бар. Ут аҫтында дошман БТР-ын ҡыуып алып киткән ҡаһарман яҡташбыҙҙың исеме бөтә илгә билдәле.

Ир-егеттәребеҙ ил именлеге өсөн көрәшкәндә Башҡортостан яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ныҡлы тыл, терәк булып тора. Әле урында 50-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған, республика яугирҙар һәм уларҙың ғаил ағзалары тураһында даими хәстәрлек күрә.

Еңеү байрамы беҙҙең төп байрамыбыҙ. Тантаналы ултырышта ҡатнашыусылар бер минут тынлыҡ менән ил именлеге өсөн һәләк булғандарҙы иҫкә алды, хәрби йырҙарҙан төҙөлгән концерт программаһын ҡараны.

Йылдан-йыл бөйөк Еңеүҙе бүләк иткән яу ҡаһармандарының сафы һирәгәйә, әле республикала 58 һуғыш ветераны ҡалған. Әммә дәһшәтле йылдар алыҫлашҡан һайын беҙ еңеүҙең әһәмиәтен, мәғәнәһен нығыраҡ аңлайбыҙ. Ә яу һәм тыл батырҙары беҙҙең өсөн ватанға һөйөү, тоғролоҡ, илһөйәрлек өлгөһө булып ҡала һәм әлеге ваҡытта тап уларҙың вариҫтары бөгөн махсус хәрби операцияла алғы һыҙыҡта илебеҙҙең имен киләсәге өсөн көрәшә.

Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ