Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нуретдин Хисаметдиновтың йорто алдында парад ойошторолдо

Өфөнөң Ленин районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нуретдин Кашафетдин улы Хисаметдиновтың йорто алдында парад ойошторолдо. Уҡыусылар, йәш Шайморатовсылар, буласаҡ осоусылар,генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Рәсәй Гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге Өфө отряды хәрбиҙәре барыһы ла геройға шәхсән рәхмәтен белдереп тигеҙ сафтарҙа үтте. Сарала һуғыш йылдарындағы йырҙар яңғыраны.

Нуретдин Хисаметдинов 1941 йылда фронтҡа эләгә, 150-се саңғы дивизияһында сержант дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Башта санитар, һуңынан элемтәсе була. Бер нисә тапҡыр ҡул һуғышында ҡатнаша, өс тапҡыр яралана. Мәскәүҙе һаҡлай, Курск йүнәлешендә аяуһыҙ алыштарҙа ҡатнаша, Берлинды штурмлай, Эльба ярында союздаштар менән осраша. 1949 йылда тыуған яғына ҡайта. Нуретдин Хисаметдинов Юғары баш командующий Иосиф Сталиндың 18 рәхмәт грамотаһына лайыҡ булған, Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. 106 йәшлек сал сәсле ветеран ил-еребеҙгә тыныслыҡ теләй.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ