Еңеү көнө алдынан ике геройға бюст асылды. Өфөләге Юнармеецтар скверында Советтар Союзы Геройы Василий Маргелов менән махсус хәрби операция яугиры, Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың исеме мәңгеләштерелде. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Ватанға тоғролоҡ миҫалы булып торған ике геройға бюст. Алмаз Сафин-Ҡыҙыл-Лиман йүлешендә дошманды тар-мар итә. Яуҙарҙың береһендә парашют-десантсылар взводы менән етәкселек иткән яҡташыбыҙ ҡаты яралана, әммә бирешмәй, һуңғы һулышына тиклем хәрби антына тоғро ҡалып үҙ бурысын үтәй. Дошман сигенә, әммә был алыш старшина өсөн һуңғыһы була. Рәсәй Президенты указына ярашлы Алмаз Сафинға үлгәндән һуң «Рәсәй Геройы» наградаһы бирелә. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың исеме Юнармеецтар скверында мәңгеләштерелде.
Уны «дядя Вася» тиҙәр. Рәсми булмаған ҡушамат Василий Маргеловҡа бирелә. Армия генералы һауа-десант ғәскәрҙәренең үҫешендә төп роль уйнай: тактиканы һәм йыһазландырыуҙы модернизациялай, элиталы ғәскәрҙәр булараҡ «ҡанатлы пехота» исемен нығыта. Советтар Союзы Геройының бюсы Башҡортостан десантсылары өсөн иҫтәлекле урынға әүерелеренә шик юҡ.
Өфөнөң Киров районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 5 ветеран йәшәй. Уларҙың һәр береһенә иғтибар бүлеү, ихаталарында шәхси парад ойоштороу, ҡотлау-рәхмәтле вариҫтарҙың изге бурысы. Ә йәмәғәт урынына яңы мәғәнәләр өҫтәү, бюстар урынлаштырыу идеяһы менән Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары сығыш яһай.
Юнармеецтар скверында ике геройға бюст асыу йөҙәрләгән кешене йыйҙы. Парад расчеттарының үтеүе-айырыуса мәртәбә өҫтәне. Еңеү көнө алдынан ойошторолған сараны концерт программаһы дауам итте.
Әлфинә Килдейәрова




