Бөйөк Еңеү тарихына арналған экспозиция Рус дәүләт драма театры менән Ҡала советы биналары ҡаршыһындағы майҙанда урынлашҡан. Бында яҡынса 50 уникаль экспонат ҡуйылған. Улар араһында-легендар Т-34 танкы, «Катюша» хәрби машинаһы, бронялы автомобилдәр, данлыҡлы «Победа»- кабриолет һәм башҡа ГАЗ моделдәре бар. Күргәҙмә 9 майҙа байрам саралары тамамланғансы эшләй.




