Өфөлә ил геройҙарына бюст асылды

Өфөләге “Юнармеецтар” скверында Советтар Союзы Геройы Василий Маргелов һәм Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың исеме мәңгеләштерелде. Алмаз Сафин-махсус хәрби операция яугиры. Парашют-десантсылар взводы менән етәкселек иткән яҡташыбыҙ алыштарҙың береһендә ҡаты яралана, әммә бирешмәй. Һуңғы һулышына тиклем хәрби антына тоғро ҡала. Алмаз Сафин үлгәндән һуң “Рәсәй Геройы” исеменә күрһәтелде. Батыр Әлшәй районы Шафран ауылында Һалдаттар зыяратында ерләнде. “Ул беҙҙең мәктәптең ғорурлығы ине”, - ти яугирҙың уҡытыусылары Ильвира Иҙиәтулина һәм Гүзәл Ҡаһарманова.

Өфөлә ил геройҙарына бюст асылды

Василий Маргеловты “дядя Вася” тип йөрөтәләр. Армия генералы һауа-десант ғәскәрҙәре үҫешенә ҙур өлөш индерә. Тактика һәм йыһазландырыуҙы яңырта, “ҡанатлы пехота”ны элиталы ғәскәр булараҡ нығыта. “Советтар Союзы Геройының бюсы Башҡортостан десантсылары өсөн иҫтәлекле урын”, - ти яугир Рим Әлмөхәмәтов.

Өфөлә ил геройҙарына бюст асылды

“Алмаз Сафин һәм Василий Маргелов йәш быуын өсөн илһөйәрлек өлгөһө булып тора”, - ти Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов.

Өфөлә ил геройҙарына бюст асылды
Фото №1 - Өфөлә ил геройҙарына бюст асылды
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ