Өфөлә Еңеү паркында Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған сара үтте

Радий Хәбиров Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 81 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Республика етәксеһе Башҡортостандың күп милләтле халҡы исеменән «Мәңгелек ут» мемориалына венок һалды, ҡаһарман яҡташтарыбыҙ хәтере бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығына аранлған һәйкәл нигеҙендә «Мәңгелек ут» яна. Мемориаль комплекс-ҡаһарманлыҡ символы. Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортсотандың күп милләтле халҡы исеменән иҫтәлекле урынға венок һалды.

Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң сарала ҡатнашыусылар һуғыш ҡорбандарын, ҡаһарман һалдаттарҙы, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Тантаналы марш менән Өфө фән һәм технологиялар университеты, Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре үтте.

Башҡортостан башлығы легендар яҡташтарыбыҙ Муса Гәрәев, Миңлеғәле Шайморатов, Таһир Кусимов бюстарына, герой-десантсылар һәм Берлин Рейхстағына 1945 йылда тәүгеләрҙән булып Еңеү байрағын ҡаҙаған Ғәзи Заһитов һәйкәлдәренә сәскә һалды. Радий Хәбиров Еңеү паркында ойошторолған илһөйәрлек акцияларын һәм концерт номерҙарын ҡараны, ветерандар менән аралашты.

Тантаналы сара тамамланыуға ҡарамаҫтан, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары «Мәңгелек ут» мемориалы янынан китергә ашыҡманы. Олоһонан кесеһенә тиклем һәр кемдең ҡулында еңеү символы-ҡыҙыл ҡәнәферҙәр.

Еңеү паркында үткән сарала үҫеп килгән быуындың ҡатнашыуы-айырыуса ҡыуаныслы күренеш. Сөнки тап ошо мәлдә илһөйәрлеккә нигеҙ һалына,ғорурлыҡ тойғоһо тантана итә.

Әлфинә Килдейәрова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ