Октябрь проспектында Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған тантаналы парад үтте

Баш ҡаланың Октябрь проспектында Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған тантаналы парад үтте. Байрам сараһында Өфө гарнизоны хәрбиҙәре, көс структуралары учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, махсус хәрби операция яугирҙары, хәрби бәрелештәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, курсанттар, кадеттар-ике меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Парадта ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та тәбрикләне. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Тантаналы сараны асыу хоҡуғы байраҡсылар төркөмөнә бирелде. Ҡала советы алдындағы майҙанда парад расчеттарының әҙерлеген билдәләп өс тапҡыр «Ура» ауазы яңғыраны.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика халҡын байрам менән тәбрикләп, Еңеү көнө мәңгелеккә халҡыбыҙҙың бөйөк ҡаһарманлығы, берҙәмлеге, ҡаҡшамаҫ ихтыяр көсө символы булып ҡалыуын билдәләне.

Майҙанда уҙған быуат батырҙары-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Нацизмға ҡаршы көрәш бөгөн дә дауам итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Ватан алдындағы бурысты лайыҡлы үтәй. Республика халҡы ла ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың оло терәгенә әйләнде, Барыһы ла Еңеү өсөн эшләнә. Тантаналы парадта ҡатнашыусылар араһында «Башҡортостан» полкы һәм Салауат Юлаев исемендәге батальон хәрбиҙәре лә булды.

Команда бирелеү менән тантаналы парадта ҡатнашыусылар барабандар тауышы аҫтында алға ҡуҙғалды. Тигеҙ сафта барыусыларға ритмды хәрби оркестр ҙа өҫтәне. Октябрь проспектында ойошторолған марш илебеҙҙең бөйөк үткәнен, көслө бөгөнгөһөн һәм ышаныслы киләсәген һынландырҙы.

25 парад расчеты үтә. Һәр ҡайһыһы оло ғорурлыҡ менән иғлан ителә. Күңәлдәрҙе рухландырыусы күренеш. Бөгөн бында махсус хәрби операция яугирҙарын-заман геройҙарын, шулай уҡ хәрби бәрелештәр ветерандарын, йәш быуынды-кадеттарҙы, йәш шайморатовсыларҙы ла күрергә мөмкин.

Майҙандағы тантаналы маршҡа меңдәрсә кеше шаһит булды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров парад тамамланыу менән Бөйөк Ватан һуғышы, тыл һәм хеҙмәт ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән аралашып, алғы һыҙыҡта һәм тылда күрһәтелгән ҡаһарманлыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе.

БСТ телеканалында «Еңеүҙән еңеүгә» тип исемләнгән телевизион марафон да уҙғарылды. Уның сиктәрендә Өфөлә үткән тантаналы парадтың тура трансляцияһы ойошторолдо. Күләмле ваҡиға һәр йылдағыса тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителә, был телеканалдың рейтинг күрһәткестәрендә лә сағылыш таба.

Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ