Бөрйәндә Еңеүҙең 81 йыллығы парад һәм митинг менән үтте

Бөрйәндәр Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын парад, тантаналы митинг һәм хәрби-патриотик концерт менән билдәләне. Еңеү байрамы башҡа йылдарҙағынан артыҡ айырылмай, хәрбиҙәр тигеҙ сафтарҙа үтә, һуғыш тураһындағы йырҙар яңғырай. Тик был юлы майҙанда һуғыш ветерандары юҡ. Районда тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш йылы балалары һәм яу ҡаһармандарының тол ҡатындары ғына ҡалған. Әммә тыныс тормош бүләк иткән яугирҙар онотолмай.

Бөрйән районы халҡы дәһшәтле йылдар тарихын ҡәҙерләп һаҡлай, төбәктә музейҙар эшләй, һәйкәлдәр ҡуйылған. Бөрйән районынан Бөйөк Ватан һуғышында ике меңдән ашыу ир-егет ҡатнаша, уларҙың яртыһы яу яланында ятып ҡала. Яу ҡаһармандарының исеме район үҙәгендәге һәйкәлгә уйып яҙылған. Сарала ҡатнашыусылар һәйкәләгә сәскә һалды, яу ҡаһармандарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Бөрйән районы егеттәре һәр заманда ла хәрби бурысын лайыҡлы үтәй, әле улар махсус хәрби операцияла иңгә-иң терәп имен тормош, тыныс киләсәк өсөн көрәшә. Батыр улдар тәрбиәләгән ата-әсәләргә рәхмәт белдерәбеҙ, улар алдында баш эйәбеҙ, тине район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ