Илеш районында Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған саралар үтте

Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын Илештән берҙән-бер ветеран 99 йәшлек Риза Хәкимов ғорурлыҡ менән ҡаршыланы. Өлкән йәштәге уҙаман Дүртөйлө ҡалаһында ҡыҙы хәстәрендә ғүмер кисерә. Илештәр яҡташтарының хәлен даими белешеп тора, Еңеү байрамы менән дә ҡотлау сәләмдәрен тапшырған. Ә Еңеү яулаған атай-олатайҙарының данлы юлы хаҡында Илештәр илһөйәрлек саралары үткәреп хөрмәтләп иҫке алды. Үрге Йәркәйҙә уҙған Еңеү байрамы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Илеш районы халҡы Еңеү байрамын фашизмды еңеүсе олатайҙарға тәрән ихтирам һәм рәхмәт менән билдәләне. Маршта тигеҙ сафтарҙа махсус хәрби операция һәм локаль бәрелештәр ветерандары, уҡыу алдынғылары, патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре уҙҙы. Район үҙәгенең төп урамы буйлап хәрби техника өлгөләре, һуғыш осоро мотоциклдары хәрәкәте ойошторолдо.Тантаналар төрлө быуын вәкилдәрен берләштерҙе: ветерандар, йәштәр һәм ғаиләләр иҫтәлекле сараларҙа әүҙем ҡатнашты.

Илеш районы илебеҙгә ике Советтар Союзының Геройын биргән. Улар Әнүәр Абдуллин һәм ике тапҡыр алтын йондоҙ менән бүләкләнгән билдәле осоусы-штурмлаусы Муса Гәрәев. Һуғыш йылдарында ул 250-гә яҡын осош яһай һәм тиҫтәләгән дошман техникаһын юҡ итә. 80 йылдан һуң илебеҙҙе махсус хәрби операция биләмәһендә нацистарҙан һаҡлаусылар уларға хөрмәт күрһәтергә килгән.

Был үҙенсәлекле көндә урамдар йәнләнде.Еңеү яулаған ветерандарҙың ейән-ейәнсәрҙәре һәм балалары «Дан» мемориалына сәскәләр һалды.

Илеш районынан Бөйөк Ватан һуғышына ун меңдән ашыу кеше киткән, уларҙың ике йөҙгә яҡыны ҡатын-ҡыҙҙар. Һалдаттарҙың өс меңенә генә иҫән -һау тыуған яғына ҡайтырға насип булған.Еңеү байрамын әлеге ваҡытта иҫән берҙән-бер ветран ҡаршыланы.

Илештәр Еңеү көнө менән Дүртөйлө ҡалаһында ҡыҙы тәрбиәһендә йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Риза Хажғәли улын тәрбикләне.Уға 99 йәш. 1944 йылда уны снайперҙар мәктәбенә ебәрәләр. Совет-япон һуғышында ҡатнашҡан, ут-һыуҙарҙы үткән сал сәсле ветеран өсөн Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү илебеҙ өсөн мөһим тарихи ваҡиға, йәштәр ата-бабалары батырлығын онотмаһын ине, ти.

Еңеүгә тыл хеҙмәтсәндәре лә ҙур өлөш индерә. Фәнә Минһажеваға һуғыш башланғанда ете йәш була. Өлкәндәр менән бергә ул да фронтҡа ярҙам итә.

Еңеү көнөндә Илеш районында йәшәгән олоһо-кесеһенең күңелдәре хәтер һәм рәхмәт яҡтылығы менән тулды. Быуындар күсәгилешлеге һаҡланыу ветерандарҙа ил киләсәге өсөн ғорурлыҡ хистәрен уятты.

Гүзәл Борханова

Волна
Акции БСТ