Башҡорт балы федераль селтәрҙәрҙә һатыла

Өфө, Екатеринбург, Магнитогорск, Ырымбур һәм Ханты-Манси автономиялы округына ярты тоннаға яҡын татлы продукция ебәрелде. “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты дипломанты Вәлиев хужалығы башҡорт балының тәүге партияһы “Магнит” гипермаркетына һәм магазиндарға урынлаштырылды. “Республика етештереүселәренең продукцияһына ихтыяж ҙур. Ул сифатлы булыуы менән айырылып тора”, - ти Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрының беренсе урынбаҫары Константин Климин.

Фото №1 - Башҡорт балы федераль селтәрҙәрҙә һатыла
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ