Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты Алтай крайынан делегация ҡабул итте

Эшлекле сәфәр барышында ҡунаҡтар башҡорт мәҙәниәтенә сумды. Алтай крайы делегацияһы составында мәктәп директорҙары, уларҙың урынбаҫарҙары һәм педагогтар инде, эш сәфәре менән Баймаҡ районында ла булды. Уларҙың төп маҡсаты-полилингваль белем биреү буйынса алдынғы тәжрибәне өйрәнеү.


Ишек төбөн дә үк матур бейеү, ихлас йылмайыу менән ҡаршы алдылар. Был беҙҙең күңелдәрҙә бай тәҫораттар ҡалдырҙы. Алтайҙар башҡорттарға бик яҡын халыҡ, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә беҙ бында туған телде һаҡлау һәм полилингваль белем биреү буйынса бик күп эштәр башҡарылыуын күрҙек.

Шуны Чурпанов, Э.Палкин исемендәге Еловка мәктәбе директоры

Алтай ҡунаҡтары өсөн Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты атайҙар ҡоро етәксеһе Артур Иҫәновтың ағастан эшләгән төрлө ҡул эштәре, оҫта өләсәйҙәр әҙерләгән биҙәүес әйберҙәре, әсәйҙәрҙәр әҙерләгән төрлө милли аш-һыу, башҡорт көн-күрешен сағылдырған мөйөш һәм башҡа күргәҙмәләр тәҡдим ителде. Бынан тыш ҡурай эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.

Уҡыу йорто уҡыусылары делегацияны мәктәп музейы, Шайморатов класы менён таныштырҙы. Рухлы сығыштар тәҡдим итте. Алтай крайы ҡунаҡтары һәм урындағы мәғариф учреждение коллективтары өсөн был эшлекле сәфәр хеҙмәттәшлекте нығытыуға һәм заманса белем биреү практикаларын индереүгә мөһим аҙым булып торҙо.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ