Туймазы фермеры яҙын 60 мең ҡаҙ бәпкәһе сығарырға ниәтләй

Көҙ һаналыр себештәр яҙын морон төртә. Туймазы районында йәшәүсе Илшат Миңлебаев 18-се миҙгел ҡаҙ бәпкәләрен сығарыу менән шөғөлләнә. Быйыл хужалыҡта дәүләт ярҙамы менән етештереү ҡеүәте арттырыла. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Ҡоштарҙы бында яҙ һанайҙар. Ҡаҙ үрсетеү менән шөғөлләнгән крәҫтиән хужалығында әле ҡыҙыу эш мәле. Туймазы, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Шаран, Баҡалы һәм Бүздәк райондарынан һатып алыусылар килә. Күмәртәләп алыусылар ҙа байтаҡ.

Әлегә һатыуҙа «Линда» һәм «эре һоро» тоҡомло 30 мең баш ҡаҙ себештәре һатыуҙа. Яҙ аҙағына тиклем тағы шундай уҡ күләмдә бәпкә сығарыу күҙаллана. «Ҡоштар донъяһы» крәҫтиән хужалығы башлығы Илшат Миңлебаев быға тиклем Туймазы ҡошсолоҡ фабрикаһында ветеринар булып эшләй. 2008 йылда тыуған ауылының элекке «Ленин» колхозы биналарын һатып алып, үҙ хужалығын аса. Тәүҙә 200 баш ҡаҙ аҫраһа, әле һыу ҡоштарының көтөүен 4 мең ярым башҡа еткергән. Улар сығарған йомортҡа инкубаторға һалына. Әйткәндәй, ҡоролмалар, ҡоштарға аҙыҡ һатып алыуҙа дәүләт ярҙамлаша.

Себештәрҙе сығарыу бинаһы таҙа һәм бысраҡ зонаға бүленгән. Йомортҡаларҙы теҙеп һалғандан һуң, уларҙы бер тәүлек бүлмә температураһында тотоу мөһим.

Инкубатор температураһы 38 градусҡа көйләнгән. Морон төртөргә әҙерләнгән себеш-бәпкәләр айырым урынға сығарыла. Был этапта йомортҡаларҙы көнөнә ике тапҡыр дымлап торорға кәрәк.

Ун көнгә тиклемге ҡаҙ бәпкәләре барлыҡ уңайлыҡтар булған махсус бинаһыла аҫрала. Улар менән бергә өйрәк, бройлер, күркә себештәре лә үрсетелә.

Крәҫтиән хужалығы халыҡҡа сәләмәт себештәр һатыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Был йәһәттән ҡоштарҙы тәрбиәләү, йомартҡа һалыуға әҙерләү, вакцинациялау кеүек эш йыл әйләнәһенә ойошторолған. Мәшәҡәте күп булһа ла ауыл ерендә мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрамайса йәшәп булмай, ти һатып алыусылар.

Яҡын арала хужалыҡта ҡоштар өсөн тағы бер бинаны сафҡа индереү күҙаллана. 10 көнө тулған себештәр яңы урында аҫраласаҡ. Ә әлегә ҡаҙ бәпкәләрен һатып алырға теләүселәрҙән сират теҙелә.

Әлфинә Килдейәрова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ