Өфөлә ҡотҡарыусылар «Шайморатов-генерал» йырын башҡарҙы

Һуғыш тураһында йырҙар быуындар хәтерендә мәңге йәшәй. Йәштәр советы башланғысы менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына дан йырланы.

«Шайморатов-генерал» йыры башҡорт халҡын данлаған батырлыҡ, намыҫ һәм сикһеҙ ҡыйыулыҡ символы. Заһир Исмәғилевтең Ҡадир Даян һүҙҙәренә яҙылған патриотик композиция барыһын да рухландыра, тыуған илгә һөйөү уята. Ҡотҡарыусылар был йырҙы быуындар күсәгилешлеген һаҡлаған Совет майҙанында башҡарҙы. 2022 йылда бында Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатвҡа һәйкәл асылды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тыныслыҡты ғүмерҙәре хаҡына яҡлағандарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ