«Өфө» футболсылары миҙгелдең мөһим матчында еңеүгә иреште

Республика төҫтәрендә еңеү. «Өфө» футбол клубы миҙгелдең үҙ майҙанында Волгоградтың «Ротор» командаһын ҡабул итте. Осрашыуҙың турнир әһәмиәтенә йоғонтоһо бик юғары ине: еңелгән осраҡта яҡташтарыбға икенсе дивизионға төшөп ҡалыу хәүеф янаны. Уйынға баш ҡала командаһы Башҡортостан флагы төҫтәрендә тегелгән эксклюзив формала сыҡты. Матч яҙмышын икенсе таймда Дилан Ортис хәл итте. Пенальтиҙан индергән гол яҡташтарыбҙға 1:0 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Чемпионаттағы һуңғы турҙы Омари Тетрадзе тәрбиәләнеүселәре 16 майҙа үткәрә. Был көнлдө улар Костромала урындағы «Спартак» менән осраша.

Волна
Акции БСТ