7 һөт районы яғыулығы Башҡортостанда тауар һөтө баҙарының яртыһын формалаштыра
Әлеге йылдың 5 майына ҡарата төбәктә 266,3 мең тонна тауар һөтө етештерелгән. был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы кимәлдән 6,8 мең тоннаға күберәк. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙе арттырыу «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты бурыстарына тап килә. Тәүлегенә 100 тоннанан ашыу һөт һауыусы 7 райондың хужалыҡтары дөйөм күләмгә иң күп өлөш индерә. Саҡмағош һәм Ауырғазы райондары алдынғы урында, уларҙа тауар һөтө етештереү күләме тәүлегенә 250 һәм 230 тонна тәшкил итә. Шулай уҡ Илеш, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Мәләүез һәм Йәрмәкәй райондары алдынғылар рәтендә. Дөйөм алғанда был муниципалитеттарға республикала быйыл тәүге 4 айҙа һауып алынған бөтә тауар һөтөнөң яртыһынан ашыуы тура килә.
- Заманса һөтсөлөк фермалары ул һауымдың юғары булыуы ғына түгел, ә малдарҙы аҫрау өсөн яҡшы урындар һәм лайыҡлы хеҙмәт шарттары ла. Бындай фермаларҙа - киләсәк, - тип билдәләне Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Әйткәндә, ошондай заманса фермалар төҙөү мәсьәләһе Республика Башлығы үткәргән инвестиция сәғәттәрендә даими тикшерелә. Әлеге райондарҙағы был юғары күрһәткестәр, тәү сиратта, заманса һөтсөлөк комплекстары төҙөү һәм модернизациялау буйынса эре инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу менән бәйләнгән.





