Башҡортостанда 2026 йылда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыуға 1 миллиард ярым самаһы, шул иҫәптән федераль бюджеттан 992 миллион һум аҡса йүнәлтелә.
Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең видеоэлемтә режимында уҙғарылған аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Былтыр «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» федераль проекты ярҙамында Благовещен, Учалы һәм Яңауыл ҡалаларында, шулай уҡ Асҡын, Баҡалы, Асҡар ауылдарында алты поликлиника төҙөлгән. Туғыҙ медицина ойошмаһында капиталь ремонт уҙғарылған, 137 тиҙ төҙөлә торған модулле конструкция, шул иҫәптән 124 фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылған. Һаулыҡ һаҡлау учреждениелары 5 мең берәмек заманса ҡорамал менән йыһазландырылған. Исемлектә-маммографтар, рентген һәм УЗИ аппараттары. Поликлиникалар төҙөлөшө быйыл да дауам итәсәк. Медицина учреждениеларының береһе Иглин ауылында сафҡа индерелә.
«Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» проекты сиктәрендә Башҡортостан аграрийҙары йыл башынан алып 4 миллиард һумдан ашыу суммаға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Льготалы лизинг ярҙамында тракторҙар, иген йыйыу комбайндары, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү техникаһы яңыртылған. Шулай уҡ кәңәшмә барышында балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьләләре лә ҡаралды. Ултырышта билдәләнеүенсә, быйыл төрлө типтағы йәйге лагерҙарҙа 200 меңдән ашыу уҡыусы ял итәсәк, тағы ла 232 мең бала өсөн мәҙәни һәм спорт саралары, походтар, слеттар, экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. Башҡортостан шулай уҡ Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 600 баланы йәйге ялға ҡабул итә. 2026 йылда йәйге ял-һауыҡтырыу кампанияһын ойоштороуға бөтәһе 3 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә.



