Башҡортостанда йәшәүсе һәр кемгә диагностик ярҙам күрһәтелһен, хроник сирҙәр башланғыс осорҙа асыҡланһын өсөн... Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса «Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проекты сиктәрендә «Сәләмәтлек поездары» йөрөй. Йыл башынан мобиль бригада белгестәре 37 меңдән ашыу пациент ҡабул иткән, 800-гә яҡын ауырыу асыҡлаған. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Ғүмер буйы бер дарыу ҙа эсмәнем, әммә йәш үҙенекен итә, ти Рәиф Дивеев. 50 йыл буйына тракторист булып эшләгән ир хаҡлы ялға сығыу менән һаулығын тикшертеп торорға тырыша.
Медицина десанты был юлы Үрге Ҡарғалы ауылында эшләне. «Сәләмәтлек поезы» стационар медицина учреждениеһын хәтерләтә. Хатта үҙ клиник-диагностика лабораторияһы бар. Барлыҡ тикшеренеүҙәр бушлай.
Анализ һөҙөмтәләре шунда уҡ билдәле булғанға күрә табиптар диагноз ҡуйып, хроник ауырыуҙы иртә стадияла асыҡлай ала. Тап шуның өсөн дә «Сәләмәтлек поезы» ойошторола ла инде. Райондарға сыҡҡан медицина бригадалары составында терапевтар ғына түгел, төрлө йүнәлештәге белгестәр ҙә бар.
Башҡортостан буйлап медицина турнеһы башҡа райондарҙа ла ойошторолған. Был аҙнала «Сәләмәтлек поездары» Әлшәй, Бүздәк, Дыуан һәм Учалы райондарында эшләй. Тулы график менән Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
Әлфинә Килдейәрова




