Бөгөн-Халыҡ-ара шәфҡәт туташы көнө. Рәсәйҙә изге һөнәр эйәләренең һөнәри байрамы 1993 йылдан билдәләнә. Башҡортостанда 40 меңдән ашыу урта звено медицина хеҙмәткәрҙәре иҫәпләнә. Улар аҡ халаталы табиптар менән берлектә көнөн дә, төнөн дә пациенттарға аулығы һағында тора. Һөнәрен яратҡан шәфҡәт туташтары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Флорида Миһранова яҙмаһында.
Флүзә Абдрафиҡова Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында шәфҡәт туташы булып 30 йыл эшләй. Гематология һәм химиотерапия бүлегендә ауыр сирләгән пациенттар менән эшләүсе ханым кеше яҙмыштары өсөн борсолоп, сирлеләрҙең хәлен күңеленә яҡын ала.
Шәфҡәт туташтары тәүлек әйләнәһенә пациенттарҙың именлеге һағында. Ҡатмарлы операцияларҙа табиптарға ярҙам итеү, пациенттарҙы ҡарау, анализдар алыу, система ҡуйыу, яраларҙы эшкәртеп дауалау һәм башҡа яуаплы эш уларҙың иңендә. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында эшләүсе шәфҡәт туташтары махсус хәрби операцияла ирекмән булараҡ та яугирҙарға даими медицина ярҙамын күрһәтә.
Төбәк дауаханаларында 80 процентҡа тиклем эште тап урта персонал башҡара. Пациенттарҙың кәйефе, дауалау һөҙөмтәһе лә уларҙың һөнәренә, үҙ эшен яратыуына бәйле. Башҡортостанда 40 меңдән ашыу урта звено медицина хеҙмәткәре иҫәпләнә. Күп осраҡта улар үҙҙәренең һөнәри бурысын үтәүҙән тыш, яғымлы һүҙе, иғтибары менән дә пациенттарға һауығырға ярҙам итә.
Ф.Миһранова




