Башҡортостанға законһыҙ индерелгән бал ҡорттары асыҡлана

10 июнгә тиклем барасаҡ операцияға дәүләт автоинспекцияһы, ауыл хужалығы министрлығы һәм ветеринария хеҙмәте йәлеп ителгән.

Сит илдәрҙән бал ҡорттарын контролһеҙ индереүгә ҡаршы саралар федераль һәм төбәк юлдарында алып барыла. Төп сәбәбе-ҡырҙан рөхсәтһеҙ ташылған бөжәктәр араһында яңы ауырыуҙар таралыуы. Һөҙөмтәлә популяцияларҙың сәләмәтлеге насарая, балдың сифаты түбәнейеп, шифаһы юғала. Әле бал йыйыуҙың әүҙем миҙгеле башланған. Бер үк ваҡытта эшҡыуарҙар һатыу өсөн бал ҡорто пакеттарын әҙерләй. Әммә бынан алда умарта хужаларын етди тикшереүҙәр көтә.

Азия илдәренән һәм Рәсәйҙең көньяҡ төбәктәренән бөжәктәрҙе контролде урап индереү бал ҡорто күстәре өсөн төп хәүеф булып ҡала. Был-легаль булмаған пакеттарҙа килгән инфекциялар. Шуға ла өсөнсө йыл инде Башҡортостанда рейдтар уҙғарыла.

Волна
Акции БСТ