«Рәсәй-мөмкинлектәр иле» президент платформаһының проекты быйыл Волга буйы федераль округы буйынса 285 ғаиләне берләштергән.
Башҡортостанда ойошторолған ярымфиналға эләгер өсөн 14 төбәктән 40 меңдән ашыу ғаилә көрәшкән. Иң йәш ҡатнашыусыға ни бары 5 йәш булһа, иң өлкәне 90-нды тултырған. Танышыу, төрлө ярыштарҙа ҡатнашыуҙан тыш, конкурсанттар интеллектуаль, ижади һынауҙар ҙа үтә. Майҙансыҡта интерактив уйындар, оҫталыҡ дәрестәре зонаһы эшләй.
«Был беҙҙең ғаиләнеке» бәйгеһенең ярымфиналына 14 майҙа йомғаҡ яһала. Еңеүсе ғаилә командалары конкурстың Мәскәүҙә үтәсәк этабына саҡырыла.




