Яугирҙарҙың батырлығы үлемһеҙ. Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә сираттағы стела барлыҡҡа килде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Яугирҙарыбыҙ даны-мәңгелек. Таулыҡай ауыл биләмәһенең дә ҡыйыу ир-егеттәре ил һағына баҫҡан. Махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған яугирҙарын да ауылдаштары онотмай. Еңеү паркында улар батыр яҡташтары иҫтәлегенә стела урынлаштырҙы.
Стела-батырлыҡ һәм ғорурлыҡ билдәһе. Уларҙы асыу-Ватанды һаҡлағанда һәләк булғандарҙы иҫкә алыу һәм алғы һыҙыҡтағыларға ихтирам белдереү һәм илһөйәрлек символы булып тора.




