Башҡортостан Яҙыусылар союзында Рәми Ғарипов исемендәге миҙалды тапшырыу тантанаһы үтте

Халыҡ шағиры исемендәге награда 2025 йылда яҙыусылар союзы идараһы тарафынан булдырылған. Ул милли әҙәбиәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестәргә бирелә. Тәүге миҙалдар әҙәбиәт, фән, сәнғәт өлкәһендә арымай-талмай хеҙмәт иткән, Рәми Ғариповтың исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән 10 замандашыбыҙға тапшырылды. Бүләкләнеүселәрҙең тәьҫораттарын БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.

Яҙыусылар союзында тарихи ваҡиға-Рәми Ғарипов исемендәге миҙалға лайыҡ булыусыларҙы бүләкләү тантанаһы. Награда былтыр ғына булдырылған һәм Башҡортостан әҙәбиәтен үҫтергән өсөн тапшырыла. Союз рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа Республика етәкселеге тарафынан әҙиптәргә ныҡлы иғтибар бирелә, идаралыҡтың бинаһы ремонтланған, китап байрамы ойошторола, гранттар булдырылған. Дәүләт хәстәре яңы ижади эҙләнеүҙәргә этәрә. Халыҡ шағиры исемендәге миҙал да ошо иғтибарҙың бер сағылышы.

Награданың тәүге лауреаттары араһында Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, Тамара Ғәниева, Гөлфиә Юнысова. Уларҙың һәр береһенең Рәми Ғариповҡа бәйле үҙ хәтирәһе. Рәми Ғарипов Хәсән Назарҙың туйында ҡатнашҡан, Гөлфиә Юнысоваға мәктәп йылдарында уҡ оло ижадҡа фатиха биреп хат юллаған, Ҡәҙим Аралбаевтың китабына баш һүҙ яҙған.

Рәми Ғарипов миҙалына лайыҡ булыусылар араһында Өфө фән һәм технологиялар университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты декандары ла бар. Тап улар йәштәрҙә әҙәбиәткә, телгә һөйөү тәрбиәләй, лайыҡлы алмаш әҙерләй.

Халыҡ шағиры тураһында фильм төшөргән кинорежиссер Булат Йосопов, Рәми Ғариповтың яҡташы һәм дуҫы Михаил Чванов, шағирә Дилә Булгакова. Уларҙың һәр береһенең күңелендә үҙ Рәмие йәшәй. Салауат районынан Луиза Хәйретдинова 20 йылға яҡын шағир исемен мәңгеләштереү менән мәшғүл.

Һәр бүләкләнеүсенең республика, ил кимәлендәге наградалары бар. Әммә улар әйтеүенсә, Рәми Ғарипов миҙалы ул һөнәри оҫталыҡ һәм намыҫ символы. Ул тыуған илгә, халыҡҡа, телгә фиҙаҡәр хеҙмәт сағылышы. Һәм ул һәр бүләкләнеүсенең иңенә оло яуаплылыҡ өҫтәй.

Р.Кәримова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ