Ғаилә дуҫтары менән ял итергә тәбиғәткә сыға. Бер мәл сабый ҡарауһыҙ ҡала һәм юғала. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала йылға ярына барып етеп, һыуға ҡолаған. Уның кәүҙәһе бер-нисә сәғәт эҙләгәндән һуң табыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралыҡтың бүлек етәксеһе Елена Хөснөтдинова.
Ваҡиға буйынса суд экспертизалары тәғәйенләнгән, ата-әсәләр һәм башҡа шаһиттарҙан һорау алына. Енәйәт эшен тикшереү республиканың тәфтиш идаралығы етәкселеге контроленә алынған.





